Бөгөн Өфөлә Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асыла

Башҡортостандың Беренсе президенты һыны Ленин паркында – Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай бинаһы алдында урынлаштырыла. Шулай уҡ Республика Милли музейында Мортаза Рәхимовҡа бағышланған күргәҙмә асыла. Унда Мортаза Ғөбәйҙулла улының документтары, шәхси әйберҙәре ҡуйыла, республика етәксеһенең эш бүлмәһе интерьеры булдырыла. Бөгөн Мортаза Рәхимовҡа 90 йәш тулыр ине.