Бөгөн иртән «Өфө» аэропортынан бер төркөм хаҡлы ялдағылар Белоруссияға юлланды. Сәфәр «Башҡортостан-Белоруссия оҙон ғүмерлелеге» программаһы буйынса ойошторолған. Тур үҙ эсенә бер аҙналыҡ программаны ала, уға иҫтәлекле урындар буйлап экскурсиялар ҙа, етештереү предприятиеларының эшмәкәрлеге менән танышыу ҙа ҡаралған. Сәйәхәтселәрҙең тәьҫораттарын БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова уртаҡлашты.
«Өфө-Минск» самолетына 3 сәғәткә яҡын ваҡыт бар, ә сәйәхәтселәр төркөмө күптән аэропортта. Оло быуын вәкилдәре оҙаҡлап, һуңлап ғәҙәтләнмәгән. Әмир Ғәләфетдиновтың бар хеҙмәт юлы тимер юлы менән бәйле. Ғүмер эштә үтте, ғаиләне ҡарарға, балаларҙы үҫтерергә кәрәк ине, хәҙер донъя күрергә, ваҡытты үҙеңә бағышларға була, ти ул.
Алыҫ сәфәргә юлланыусылар араһында ҡатын-ҡыҙҙар өҫтөнлөк итә, уларҙың ҡайһы берәүҙәре сәйәхәткә тәүге тапҡыр ғына сыҡмай. Хатта үҙ-ара танышып, дуҫлашып алғандар ҙа бар. Донъя күреү офоҡтарҙы киңәйтә, тормошҡа дәрт өҫтәй, йәшәреп киткәндәй булаһың, ти юлаусылар.
«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы 2020 йылдан тормошҡа ашырыла, ул оло быуын вәкилдәренең ялын файҙалы һәм мауыҡтырғыс итеп ойоштороуҙы маҡсат итет ҡуя. Проект сиктәрендә туристар республиканың тарихи урындары, милли-мәҙәни хазиналары менән таныша. Былтырҙан программа халыҡ-ара кимәлгә сыға, хаҡлы ялдағылар өсөн турист маршруттары Ҡаҙағстанға һәм Белоруссияға асыла.
Программаның машруттары арта, ял итеүселәр иҫәбе күбәйә. Был проект хаҡлы ялдағылар өсөн туристик маршурттар ғына түгел, ул республикала өлкән йәштәгеләргә хөрмәт, ихтирам сағылышы ла булып тора.
Башҡортостан-Белоруссия оҙон ғүмерлелеге программаһы үткән йылдан эшләп килә. Ошо проект сиктәрендә 2023 йылда хаҡлы ялдағы 1621 кеше сәфәрҙә булған. Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйыл да Белоруссияға 40-ҡа яҡын сәйәхәт ҡаралған. Бөгөн тәүге төркөм юлға сыҡты ла инде.
Рәмзиә Кәримова