Ике йыл эсендә Башҡортостанда дөйөм белем биреү учреждениеларының 140 бинаһы ремонтланған

Ике йыл эсендә Башҡортостанда мәктәптәрҙе яңыртыу программаһы буйынса дөйөм белем биреү учреждениеларының 140 бинаһы ремонтланған һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

Был турала Хәкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән кәңәшмә барышында билдәләнде. Федераль бюджеттан 6,5 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән. Программа буйынса артабан да эш дауам ителә. 2024-2026 йылдарҙа республикала тағы ла 74 мәктәпте тәртипкә килтереү ҡарала. Бының өсөн төбәк һәм ил ҡаҙнаһынан 6 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелә.