Халыҡҡа бағышланған тормош. Башҡортостандың фәндәр академияһы Мәғариф министрлығы менән берлектә Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуыуына 90 йыллыҡҡа арналған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференция ойоштора. Сарала фән эшмәкәрҙәре, Мортаза Рәхимов менән бергә эшләгән дәүләт хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Башҡортостандың тәүге президентының фәнде үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Республиканың фәндәр академияһы ла тап Мортаза Ғөбәйҙулла улының тырышлығы менән булдырыла. Уның башланғыстары ғалимдарға тиҫтәләрсә йылдар этәргес булып торасаҡ, ти конференцияны ойоштороусылар.
Фәнни-ғәмәли конференция сиктәрендә баш ҡала мәктәптәрендә лекциялар ойоштороласаҡ. Балаларға Мортаза Ғөбәйҙулла улының тормош юлы, сәйәси эшмәкәрлеге тураһында һөйләйәсәктәр.