Өфөлә «Тормош яралыу мөғжизәһе» тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо

2024 йыл Рәсәйҙә «Ғаилә йылы» тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан Рәсәй Ислам университеты Башҡорт дәүләт медицина университеты менән берлектә «Тормош яралыу мөғжизәһе» тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Сара ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, яңы тормош яралыу мөғжизәһен фән һәм дин күҙлегенән аңлатыу, дини берләшмәләр һәм интеллигенцияны, мәғариф өлкәһе ғилми хеҙмәткәрҙәренең көстәрен берләштереү өсөн ойошторолған. Тәрбиәүи лекция йәш быуында юғары әхлаҡи идеалдар тәрбиәләү, ныҡлы ғаилә булдырыу, Ватанға хеҙмәт итеү һәм уның яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойғоһон уятыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.