Сергей Тимофеевич Аксаковтың Өфөләге йорт-музейы реставрацияланасаҡ

Бөгөн Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе попечителлек Советы ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Йыйылышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.

Йорт-музей 18 быуат уртаһынан һаҡланып ҡалған һәм ҡаланың тәүге административ биналарының береһе булған боронғо йортта урынлашҡан. Бина тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы иҫәбендә. Урал ҡарағасынан төҙөлгән йорттоң бер өлөшө канцелярия итеп яраҡлаштырылған, икенсе яртыһында торлаҡ бүлмәләре булған. Музей яҙыусының тыуыуына 200 йыл тулыу байрамы уңайынан 1991 йылда асылған.

Бында Аксаковтар ғаиләһенең көнкүреш әйберҙәре һаҡлана, Сергей Тимофеевич йәшәгән осор атмосфераһы тергеҙелгән.

Залдарҙа ҡулъяҙмалар, китаптар һаҡлана, ғаиләнең шәжәрә ағасы, һирәк фотоһүрәттәр һәм картиналар эленгән.

Ултырышта Радий Хәбиров Мәҙәниәт министрлығына мираҫты һаҡлау һәм бинаны төҙөкләндереү буйынса йөкләмә бирҙе.

Реставрация ваҡытында инженер инфраструктураһына, өҫтәмә экспонаттар менән тулыландырыу мөмкинлегенә иғтибар биреү мөһим, тине Башҡортостан башлығы.

Музей экспозицияһын яңыртыуҙың яҡынса хаҡы 20 миллион һум тәшкил итә. «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә музейҙы техник яҡтан йыһазландырыуға 2024 йылға 3,5 миллион һум күләмендә аҡса бүлеү ҡаралған. Бинаның торошона килгәндә, утыҙ йылдан ашыу ваҡыт эсендә бында капиталь ремонт үткәрелмәгән. Әлеге ваҡытта электр үткәргесен, янғын сигнализацияһын алмаштырыу талап ителә.

Сергей Аксаковтың исемен мәңгеләштереү буйынса Башҡортостанда байтаҡ саралар үткәрелә.

Республикала Аксаков хәрәкәте үҫешенә 34 йыл. Яҙыусының бала саҡ йортонда музей асыу ҙа тап Аксаков хәрәкәте эше һөҙөмтәһе. Башҡортостанда яҙыусы исеме менән бәйле объекттар төҙөкләндерелә. Былтыр төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса Аксаков паркы ремонтланды.

Сергей Аксаковтың мемориаль йорт- музейын төҙөкләндереүҙән тыш, Өфөлә яҙыусыға һәйкәл ҡуйыу ҡарала. Эштәрҙе 2026 йылға тиклем яҙыусының тыуыуына 235 йыл тулыу датаһына тамамлау күҙаллана.

Рәмилә Исмәғилева