Саҡмағош районының «Герой» ауыл хужалығы етештереү кооператив-колхозы һауым күрһәткестәре буйынса республикала алдынғы урындарҙы биләй. Хужалыҡ эшмәкәрлеге менән БЮТ ижади төркөмө лә ҡыҙыҡһынды.
Саҡмағош районының «Герой» ауыл хужалығы етештереү коператив-колхозы 2006 йылдан алып тоҡомсолоҡ менән шөғөлләнә. Бында ҡара-сыбар һөтлө һыйырҙар үрсетелә. Тап ошо ваҡыттан хужалыҡҡа ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фәрғәт Ваһапов етәкселек итә. Республика инвестиция программаһында ҡатнашыу обьекттарҙы модернизациялау, яңы техника һатып алыу, комплекс эсендә юлдарҙы тәртипкә килтереү мөмкинлеген бирәсәк.
Малдарҙы рацион буйынса дөрөҫ туҡландырыу, фәнни ҡаҙаныштарға таяныу йылдан-йыл һауымды арттырыу мөмкинлеге бирә. Комплекста тәүлегенә бер һыйырҙан 38-40 литр һөт һауыла. Иң күп һөт биргәненән хатта 80 литрҙан ашыу. Автоматлаштырылған һауыу ҡорамалдарында таҙартыу һәм стерилләштереү системаһын ҡулланыу юғары гигиена стандарттарына тура килә, һөт сифаты һәм малдар сәләмәтлегенә лә ыңғай тәьҫир итә.
Комплекста һөт сифаты даими контролдә тотола. Һөт үткәреүсе торбалар һәм һыуытҡыстан аҙна һайын һөт пробаһы алынып, шунда уҡ анализлана. Һөт сифатын тикшереү, һыйырҙар сәләмәтлеге өсөн дә мөһим ти, был эшкә яуаплы мал табибы .
Һауым һыйырҙары рационындағы витаминға һәм минералдарға бай аҙыҡ таратыу комплексындағы компьютерҙа һалынған миҡдарға ярашлы туплана. Мал аҫтына түшәлгән ҡалын япма даими таҙартылып тора. Комплекста санитар-гигиена талаптары ҡәтғи үтәлә.
Комплекста яңы тыуған быҙауҙар голланд технологияҺы буйынса аҫрала. Уларҙы ҡарау тәбиғи шарттарға яҡын. Быҙауҙар өс төркөмгә бүленгән. Һәр быҙау ҡараусы 180-ләп баш йәш мал тәрбиәләй.
Комплекста быҙауҙарҙың ашҡаҙанын дөрөҫ формалаштырыуға етди иғтибар бүленә. Был электромобиль бер тонна пастеризацияланған һөт һыйҙырышлы. Сифатлы һөт йәш малдарға имеҙлек ярҙамында эсерелә. Шуға күрә лә был быҙауҙарҙың аш һеңдереү системаһы яҡшы үҫешә. Һауым йәшенә еткәс, уларҙың һөи етештереүсәнлеге лә юғары була, ти белгестәр.
Гүзәл Борханова