Бының өсөн бушлай сервис бар. Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, сервис физик һәм юридик шәхестәргә үҙҙәренә ҡараған ер участкалары тураһында мәғлүмәтте тикшереү мөмкинлеге бирә. Был уңайлыҡ Росреестр сайтында «Эшмәкәрлек - Дәүләт ер күҙәтеүе» бүлегендә урынлаштырылған.