Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары һәм башҡорт милли интелегенцияһы вәкилдәре менән осрашты. Һүҙ йәмәғәт ойошмаһының эш һөҙөмтәләре, алда торған бурыстар хаҡында барҙы. Осрашыуҙа Әр-Рәхим мәсетен төҙөү, Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау, Өфө-2 ҡаласығы яҙмышы менән бәйле киҫкен һорауҙар күтәрелде. Баймаҡтағы ваҡиғалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРадий Хәбиров йәмәғәт эшмәкәрҙәренә халыҡ менән йышыраҡ осрашыу бурысын ҡуйҙы. Сөнки ошо низағтың нигеҙендә тап дөрөҫ, аныҡ мәғлүмәт етмәүе ята, ти Бөтә донъя башҡорттары Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт