Балаһы булған студент ғаиләләренә пособие арттырырға тәҡдим итәләр

Был турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова  белдерә. “Күпселек ғаиләләр  250 һумлыҡ пособиены  юлларға тырышмай. Әле 30 ғаиләгә генә ошондай аҡса түләнә. Пособиены 10 тапҡырға, айына 2 500 һумға тиклем арттырырға тигән тәҡдим индерәбеҙ,  шуның өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ”, - тине ведомство етәксеһе.