Бөгөн Мортаза Рәхимовҡа 90 йәш тулған булыр ине. Ул 1937 йылдың 7 февралендә Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында тыуа. Ул 1993 йылда Башҡортостан Президенты итеп һайлана, 17 йыл республиканы етәкләй. “Мортаза Рәхимов оло яуаплылыҡ, тыуған ер, халыҡ һәм туған телгә һөйөү һәм ихтирам символы”. Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина Башҡортостандың беренсе президенты тураһында шулай тип белдерҙе. Зөһрә Рәхмәтуллина 2004-2006 йылдарҙа республика Мәғариф министры вазифаһын башҡара.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтХалыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев Мортаза Рәхимовтың ябай һәм ихлас булыуын хәтерләй. “Ул әҙәбиәтте яратты, яҙыусылар менән йыш аралашты, күптәребеҙҙең ғаиләһе хаҡында һорашып тора ине”, - ти әҙип.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөгөн Өфөлә Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асылды. Республика Милли музейында Беренсе президентҡа бағышланған күргәҙмә эшләй.