Конкурста республика райондарынан һәм Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһынан 16 коллектив ҡатнашты. Балалар коллективтары араһында Гран-приға Учалы районының Ахун ауылынан “Ынйыҡай” лайыҡ булды, өлкәндәр араһында “Хазина” халыҡ фольклор ансамбле еңеү яуланы, тип хәбәр итәләр Республика Халыҡ ижады үҙәгенән.