Был турала Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов белдерҙе. - Хәүефһеҙлеккә ҙур иғтибар бирелә. Бөтә объекттарҙа металл предметтарҙы асыҡлау өсөн детекторҙар урынлаштырыла. Шулай уҡ резерв һайлау участкалары ҡаралған, - тине ул. Һайлауҙа 28 мең участка һайлау комиссияһы ағзаһы эшләйәсәк. Быйыл мартта ил президенты һайлана. Тауыш биреү өсөн 3 көн билдәләнгән, участкалар 15,16 һәм 17 мартта эшләй.