Башҡортостанда берҙәм ауыл хужалығы һалымын тағы өс йыл түләмәҫкә мөмкин була

Республика парламентында  ошо турала проект әҙерләнгән. - Ноль процентлыҡ  ташламалы ставка хеҙмәткәрҙәр һанын 10 проценттан да ҡыҫҡартмаған ауыл  хужалығы  тауарҙарын етештереүселәр  өсөн ҡарала. Ул 2026 йылға тиклем була, - тип белдерҙе парламент рәйесе Константин Толкачев. Быға тиклем ошондай уҡ ташлама 2021-2023 йылдарҙа ҡулланылды.  Уның менән 500 етештереүсе файҙаланды.