"Коммерсант" яҙыуынса Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов 100 һумдан билдәләргә тәҡдим иткән. Аныҡ сумманы Тарифтар буйынса дәүләт комитеты билдәләй. Өфөнән М-5 трассаһына сығыу өсөн яңы юл 94 процентҡа әҙер. Бөгөн был объектта 1 мең 400 кеше эшләй.