Скульптура республика парламенты һәм Хөкүмәт биналары эргәһендә урынлаштырылды. Тантаналы сарала төбәк етәкселеге, төрлө йылдарҙа эшләгән билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты, шулай уҡ район-ҡалаларҙан килгән йөҙҙәрсә кеше ил ағаһының исемен мәңгеләштереүгә шаһит булды. Ленин исемендәге майҙандан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.
Аҡ япма алыныу менән ил ағаһының ғорур һыны хасил булды. Эшлекле кейемдә, пинжәген бер ҡулы менән яурынына һалған. Ҡарашы ла ышаныслы. Һәйкәлдә Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимов юғары дәрәжәле чиновник булып ҡына түгел, ә Ватанын сикһеҙ яратҡан, халҡына тоғро хеҙмәт иткән кеше булараҡ һынландырылған. Республика башлығы Радий Хәбиров үҙ сығышында скульптураға һалынған төп идея менән дә таныштырып үтте.
Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың ҡатыны Луиза Ғәлим ҡыҙына, һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашҡан рәсми ҡунаҡтарға оло рәхмәтен белдереп, тәүге президенттың исемен мәңгеләштереү буйынса планлаштырылған барлыҡ эштәр ҙә тормошҡа ашырыласаҡ тине. Татарстан рәйесе Рөстәм Миңлеханов Мортаза Ғөбәйҙулла улының тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған сарала ҡатнашыу - оло мәртәбә булыуын билдәләне.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы 1993 - 2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы менән етәкселек итте. Төрлө осорҙа бергә эшләгән билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре билдәләүенсә, ниндәй генә тармаҡты алма, тәүге президенттың республика үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Һәйкәл Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бинаһы һәм Хөкүмәт йорто эргәһендә урынлаштырылды. Ленин исемендәге майҙанда ял итеүселәрҙе хәҙер Мортаза Ғөбәйҙулла улының өс метр бейеклектәге һыны ҡаршылай, скульптура бронзанан ҡойолған, ауырлығы бер тоннанан ашыу.
Стеланың башында Башҡортостан гербы урынлаштырылған, ҡурай тажы ла балҡый. Майҙанға көн дауамында республиканың төрлө район-ҡалаларынан, хатта, сит төбәктәрҙән халыҡ ағылды. Барыһы ла ил ағаһын хөрмәтләп иҫкә алды.
Һәйкәлдең рельефтарында ауыл хужалығы, сәнәғәт өлкәләренә бәйле сюжеттар ҙа урын алған. Бында иген башаҡтарын, ураҡ ваҡытын, заводтарҙың эшмәкәрлеген күрергә мөмкин. Шулай уҡ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуған яғы - Күгәрсен районы Тәүәкән ауылы ла сағылыш тапҡан.
Проект авторы - танылған скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков. Быға тиклем ул Совет майҙанында Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатовтың исемен мәңгеләштергәйне.
Мортаза Рәхимов былтыр 11 ғинуарҙа вафат булды. Иҫән булһа, бөгөн уға 90 йәш тулған булыр ине. Юбилей датаһында республиканың тәүге президенты тыуған яғына һәйкәл булып ҡайтты. Майҙанға килеүсе һәр кемгә ул ышаныс менән ҡарап, яҡты киләсәккә әйҙәй.
Гөлназ Хәйбуллина