Радий Хәбиров Дағстан республикаһының элекке Президентының Башҡортостанға эш сәфәре өсөн рәхмәтен еткерҙе. Төбәк етәксеһе, республикала милләт һәм конфессия-ара татыулыҡты һаҡлау өсөн байтаҡ эш башҡарылыуын билдәләне. Рус, башҡорт, татар телдәренән башҡа удмурт, марый, мордва, сыуаш телдәрен һаҡлау буйынса милли программалар ойошторола, республика райондарында полилингваль мәктәптәр асыла. Федераль тикшеренеүҙәргә ярашлы, һорау алынған респонденттарҙың 95 проценты Башҡортостанда милләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе берҙәм һәм татыу тип баһалай.