Күмертауҙа «Киләсәк инженерҙары» форумы үтте

Аҡыллы йорт, самолет һәм ракета моделдәре, роботтар. Ошо һәм башҡа заман технологияларын Күмертауҙа үткән форумда һәләтле балалар тәҡдим итте. Сарала ҡала мәктәптеренең инженер һәм авциация кластары уҡыусылары ҡатнашты. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.

Ишеге һәм тәҙрәләре автоматик рәүештә асылып, ябыла, еллтәеү системаһы эшләп китә. Телефондағы махсус ҡушымта аша көйләнгән аҡыллы йорт моделен 8-с класс уҡыусыһы менән Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты бергә эшләгән. Йәш инженерҙар уны ғәмәләдге аҡыллы системалар нигеҙендә уйлап сығарған, әммә өҫтөнлөктәре лә бар.

Бер датчик сафтан сыҡһа, икенсе уны алмаштыра ала. Йорт хужаһы өйҙә булмағанда ла, ул бөтә системаларҙы көйләй аласаҡ. Бының өсөн интернет ҡына кәрәк. Үҙемдең шәхси йортомдо ла мин аҡыллы итмәксемен.

Аркадий Шевцов, Өфө фән һәм технологиялар университетының Күмертау филиалы студенты

Киләсәктә бындай камиллаштырылған йорттар бөтә республикала булырға тейеш, ти йәш инженерҙар. Форумда бындай һәләтле балалар һәм үҫмерҙәр күп. Улар хатта оса торған ракета моделен дә йыйғандар. Күмертау мәктәптәренең инженер һәм авиация кластары уҡыусылары араһында буласаҡ һөнәрен дә ошо йүнәлеш менән бәйләргә теләүселәр бар.

Йәштәрҙең проекттарын тәжрибәле уҡытыусылар һәм ғалимдар баһаланы.

«Киләсәк инженерҙары» форумы йәш уйлап табыусылар өсөн башланғыс баҫҡыс ҡына. Әлегә уларҙың моделдәре ҡатырғанан булһа ла, республика һәм ил киләсәге өсөн яуаплы быуын үҫеп килеүендә шик юҡ.

Рәзилә Ғиниәтуллина