Энгельс урамы, 24 һәм Беренсе Май 15 адрестары буйынса ойошторолған сарала Мортаза Ғөбәйҙулла улының Өфө нефть эшкәртеү заводы буйынса хеҙмәттәштәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, сәйәсмәндәр, ҡәләм оҫталары һәм уны хөрмәт итеүсе замандаштары йыйылды. Граждандар республика тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шәхес хөрмәтенә сәскләр һалып, Мортаза Рәхимовтың кешелекле, ғәҙел, йомарт сифаттарын телгә алды, Башҡортостан үҫеше өсөн рәхмәтен еткерҙе.