Башҡортостан башлығы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары һәм башҡорт милли интеллигенцияһы вәкилдәре менән осрашты. Һүҙ йәмәғәтселекте борсоған көнүҙәк мәсьәләләр тураһында барҙы.

Башҡорттар, Рәсәй халҡының айырылғыһыҙ өлөшө булараҡ, бөгөн ил менән бергә тышҡы йоғонто һәм янауҙар арҡаһында ҡатмарлы ваҡыттар кисерә. Һәм тап хәҙер, бер ҡасан да булмағанса, берләшергә, ойошорға, бирешмәҫкә, үҫешергә кәрәк. Радий Хәбировтың Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары менән осрашыуының төп йөкмәткеһе шундай. Осрашыу башында Ҡоролтай ағзалары Баймаҡта күптән түгел булған сыуалыштарға ҡарата үҙ позицияһын белдерҙе.

Радий Хәбиров, Баймаҡтағы фетнә буйынса үҙ фекерен белдереп, был ваҡиғаларҙың башҡорт халҡы үҫешендә яңы бит асыуын белдерҙе.

Халыҡ сыуалыштарында, низағтарҙа ҡатнашыусылар законды боҙа. Һәм был сарала ҡатнашыусыларға яуап тоторға тура киләсәк. Әммә бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалып ҡарарға ярамай, митингта ҡатнашҡандарҙы ойоштороусыларҙан, ҡотортоусыларҙан һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә ҡарата көс ҡулланғандарҙан айырыу мөһим. Радий Хәбиров, тап һуңғылары закон алдында яуап бирергә тейеш, тип белдерҙе.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Башҡортостан башлығы менән төрлө көнүҙәк һорауҙарҙы тикшерҙе . Атап әйткәндә, Урал аръяғы, йәғни көньяҡ зонаны үҫтереү. Радий Хәбиров әйтеүенсә, ваҡытында был төбәк иҡтисади күрһәткестәр һәм социаль өлкә торошо буйынса артта ҡала башлаған. Бөгөн властар был райондарҙы етди финанс һалыуҙар иҫәбенә күтәрә башланы.

Осрашыуҙа төҙөлөп бөтмәгән Әр-Рәхим мәсете яҙмышы тураһында ла һөйләшеү булды. Объектты сафҡа индереү буйынса эш быйыл уҡ башлана, - тип хәбәр итте республика башлығы.

Шулай уҡ быйыл йыл аҙағында - киләһе йыл башында Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау башлана. Радий Хәбиров был мәсьәләне властар халыҡ менән тикшерәсәк, тип белдерҙе.

Башҡортостан башлығы халыҡ менән диалогты властың төп эш шарты тип атаны. Тап мәғлүмәт етешмәүе Өфө-2 ҡаласығы тирәһендәге аңлашылмаусанлыҡтарға сәбәпсе булды.

Башҡорт йәмәғәтселеге вәкилдәре менән осрашыу барышында танылған бейеүсе Риф Ғәбитов тарафынан ойошторолған инцидент та булды. Ул Баймаҡтағы тәртипһеҙлектәрҙә ҡатнашып ҡулға алынғандан һуң һәләк булған егеттең иҫтәлеген бер минут тынлыҡ менән иҫкә алырға тәҡдим итте. Башҡортостан йәмәғәтселеге вәкилдәрендә был тәҡдим хуплау тапманы, хатта аптырау тыуҙырҙы.

Башҡортостан башлығы Риф Ғәбитовҡа яуап бирҙе һәм ни өсөн бындай ғәмәлдәргә ҡаршы булыуын аңлатты.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, милли йәмәғәтселек менән осрашыуҙы тамамлап, Радий Хәбиров конструктив диалог өсөн барыһына ла рәхмәт әйтте һәм милләт мәнфәғәте өсөн берлектәге һөҙөмтәле эшмәкәрлеккә саҡырҙы.