Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың тыуыуына 100 йыл тулды

Иҫтәлекле дата уңайынан «Беренселәр хәрәкәте» ойошмаһы йәштәре герой һәйкәленә сәскәләр һалды. Мәктәп уҡыусылары һәм ойошма ағзалары шәхестең тормош юлын һәм уның онотолмаҫ батырлығын иҫкә алды.

Александр Матросов 1943 йылдың 27 февралендә Чернушки ауылын азат итеү өсөн барған һуғышта дошман дзоты амбразураһын үҙ кәүҙәһе менән ҡаплай һәм совет батальонының уңышлы һөжүмен тәьмин итә. Ҡаһарманлығы өсөн ҡыҙылармеецҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. 1943 йылдың көҙөндә герой хеҙмәт иткән 254-се гвардия уҡсылар полкы Александр Матросов исемен йөрөтә башлай. Рәсәйҙең Оборона министрлығының Үҙәк архивында яҡташыбыҙҙың батырлығы тураһында документтар һаҡлана.