Өфөлә Ҡаҙағстан этно-дизайнеры Ырза Турсынзада уңышлы кәсепселек серҙәре менән уртаҡлашты

Осрашыу «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы менән «Алтын Урҙа» компанияһы араһындағы килешеү буйынса ойошторолдо. Биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләрен эшләү тәжрибәһен таратыу һәм күп быуатлыҡ халыҡ художество традицияларын һаҡлауға йүнәлтелгән оҫталыҡ дәресенән тулыраҡ киләһе яҙмала.

Этнограф-дизайнер Ырза Турсынзаданың Башҡортостан кәсепселәре менән тәүгә осрашыуы. Ул Ҡаҙағстанда биҙәү-ҡулланма сәнғәте традицияларын үҫтереүсе булараҡ танылыу алған. Шуға ла уртаҡлашыр эш тәжрибәһе етерлек.

«Алтын Урҙа» компанияһына нигеҙ һалыусы һәм уның директоры кәсепселек тарихы, бизнес ойоштороу серҙәре менән бүлеште. Милли традицияларҙы һаҡлау һәм яҡлау, халыҡ мираҫын халыҡҡа еткереү бигерәк тә глобализация шарттарында һәр оҫтаның изге бурысы булыуын билдәләне.

Дизайнер ҡорама ҡороу эше менән күптән һәм уңышлы шөғөлләнә. Кәсепселек серҙәрен башҡаларға ла аса. Бөгөн билдәле этнограф -дизайнерҙың оҫталыҡ дәрестәрен интернет киңлектәрендә миллиондарса ҡулланыусы ҡарай. Тимәк, оҫтаның тырышлығы бушҡа китмәй.

Азат Ғәлиуллин