Бүздәк һәм Шишмә райондары ирекмәндәре МХО биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау оҙатты

Йөк төбәктәрҙә йәшәүселәрҙең әүҙем ҡатнашлығында йыйылған. Хәҙерге ваҡытта яу яланында иң кәрәкле әйберҙәрҙең береһе окоп шәмдәре. Шишмә районының «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» штабы ирекмәндәре тәүҙә 60 дана эшләһә, хәҙер айына 2 меңдән ашыу. Ойоштороусылар әйтеүенсә, еңеү өсөн һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Ирекмәндәр араһында ололар менән бер рәттән йәштәр ҙә бар.

Бүздәк районында урынлашҡан «Бергә беҙ - көс!» патриотик клубы ирекмәндәре, ауыл халҡы ҡатнашлығында аҡса йыйып хәрбиҙәргә мунса һатып алған. Бынан тыш, йөк машинаһында окоп шәмдәре, ҡотҡарыу браслеттары, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, йылы һәм аяҡ-кейеме, утын, медикаменттар, «ҡоро душ», маскировкалау селтәрҙәре һәм машиналар өсөн тәгәрмәстәр йыйылған. Ылауҙы туплауға урындағы эшҡыуарҙар ҙа әүҙем ҡушылған. 40 килограмм иттән тыш, ирекмәндәр һорауы буйынса Бүздәк заводы 1 мең 600 консерва туплаған. Ике райондан йыйылған ылау Ҡырым республикаһының Воинка ауылында асылған ирекмәндәр ойошмаһына алып барыласаҡ.