Башҡортостанда 11 юл участкаһында сикләүҙәр индерелде

Ғәҙәттән тыш  хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һауа шарттарына бәйле, Архангел, Белорет, Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла  райондары юлдарының айырым өлөштәрендә йөк  һәм пассажир транспорты  хәрәкәте  сикләнде.