Бөгөн Рәсәй фәне көнө билдәләнә

 Республика ғалимдары бер йылда илдең фән фондының 30-ға яҡын грантына лайыҡ булған. Уларҙың яртыһы Өфө ғилми-тикшеренеүҙәр үҙәге белгестәренең проекты. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, фәлсәфә фәндәре докторы Зөһрә Рәхмәтуллина әйтеүенсә, фәнгә йылдан-йыл иғтибар көсәйә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Санкция шарттарында ғалимдарҙың әүҙемлеге үтә лә мөһим. “Сикләүҙәр осоронда йәшәйбеҙ. Беҙ Иркутск ҡалаһында йыйылған  “МС–21” самолеты  өсөн двигатель деталдәре  әҙерләнек”, - ти Рәсәй Фәндәр академияһының Үтә һығылмалы металдар проблемаһы институты директоры Радик Мөлөков.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быйыл Рәсәй Фәндәр академияһы 300 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Уға ҡараған  Өфө фән үҙәге — илдә ҙур һәм ҡеүәтлеләрҙән иҫәпләнә, 14 ғилми-тикшеренеү институтын берләштерә.