Башҡортостандың ике район үҙәгендә рөхсәтһеҙ сүплектәр бөтөрөлә

Бының өсөн 26 миллион һумға тиклем аҡса бүленә, улар быйыл әҙер булырға тейеш. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ейәнсура районы Иҫәнғол һәм Краснокама районы Николо-Березовка ауылында сүплектәр юҡ ителә. Быйыл Башҡортостанда сүп-сар ташлау урындарын тәртипкә  килтереү өсөн 132 миллион һум ҡаралған.