Бөгөн Башҡортостан делегацияһының Беларускә эш сәфәре башланды

Уны Радий Хәбиров  етәкләй. Сәфәр барышында Минск автомобиль заводында, Ҡытай һәм Беларусь индустриаль паркында булыу көтөлә, бер нисә компания етәкселеге менән һөйләшеүҙәр планлаштырыла, ике республиканың бизнес-форумы ойошторола. - Беларус беҙҙең төп партнер. Беҙ хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса ҙур эш алып барабыҙ. Юғары күрһәткестәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн даими осрашырға кәрәк. Был юлы бизнес-миссия менән 54 компания вәкилдәре  килде.  Улар  яңы партнерҙар табырға ниәтләй. Беҙҙең компаниялар менән иртәгә таныштырабыҙ, - тине Радий Хәбиров.