Төбәк башлығын Минск милли аэропортында «Белнефтехим» концерны рәйесе Андрей Рыбаков, Беларусь Республикаһының Рәсәйҙәге илселегенең Өфө ҡалаһындағы бүлексәһе кәңәшсеһе Артур Карпович ҡаршы алды. Радий Хәбиров тәүҙә Ҡытай-Беларусь индустриаль паркы менән танышты. Был бизнес алып барыу өсөн яңы юғары технологиялы халыҡ-ара майҙансыҡ. Әлеге ваҡытта парк 15 илдән 120 резидентты үҙ эсенә ала. Дөйөм инвестициялар һаны 1 миллиард 430 миллион доллар, шуларҙың 850 миллионы һалынған. Парк биләмәһендә 2 мең ярымдан ашыу кеше эшләй.
Эш сәфәре барышында бөгөн Минск автомобиль заводы эшмәкәрлеге менән танышыу, Беларусь республикаһында Мосолмандарҙың диниә назараты мөфтөйө Абу-Бәкир хәҙрәт Шабанович менән осрашыу ҡаралған. Иртәгә шулай уҡ Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченко менән эшлекле осрашыу уҙа. Яҡтар «Башҡортостан- Беларусь» бизнес-форумының пленар ултырышында ла ҡатнаша.