Һуңғы тиҫтә йылдарҙа фән донъяны үҙгәртә һәм тормоштоң бөтә өлкәләрендә үҫеш нигеҙе булып тора. Фәнни ҡаҙаныштарға иҡтисадтың үҫеше, технологик суверенитет, глобаль конкурентлыҡ һәләте һәм илдең хәүефһеҙлеге туранан-тура бәйле. Башҡортостан юғары фәнни, производство-технологик, инновацион потенциалы менән илдең сәнәғәт тармағы үҫешкән алдынғы төбәктәренең береһе булып тора.
Беҙ Башҡортостан ғалимдарының ҡаҙаныштары менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Улар Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең тиҫтәләгән алдынғы фәнни үҙәктәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, донъя фәнен үҫтереүгә тос өлөш индерә. Ғалимдарға ярҙам итеү өсөн беҙ премиялар, гранттар, исемле стипендиялар булдырҙыҡ. Донъя кимәлендәге Евразия мәғариф үҙәгенең һөҙөмтәле эше беҙҙең университеттарға күп кенә федераль проекттарҙа һәм программаларҙа еңергә ярҙам итә. Ил Президенты ҡатнашлығында асылған юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының беренсе сираты, һис шикһеҙ, республикала фән һәм мәғариф үҫешенә яңы стимул бирәсәк, тип белдергән республика етәксеһе.