Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы индексы 2022 йылға ҡарата 106, 5 процент тәшкил итте

Уртаса Рәсәй күрһәткестәренән юғарыраҡ. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы индексы 2022 йылға ҡарата 106, 5 процент тәшкил итте. Ыңғай динамикаға эшкәртеүсе һәм энергетика өлкәһе предприятиелары ҙур өлөш индерҙе. Технопарктан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.

Металды электр разрядтары менән тәьҫир итеп эшкәртәләр. Һөҙөмтәлә материалдың форма-үлсәмдәре, ҡытыршылыҡтары һәм башҡа үҙенсәлектәре үҙгәртелә. «Авиация технологиялары технопаркында» электр эрозияһы, электр химияһы ярҙамында эшкәртеү технологиялары буйынса комплекслы проекттар тормошҡа ашырыла.

Деталь килгәндән һуң беҙ станокты тейешле режимға көйләйбеҙ, махсус программаға материал тураһында мәғлүмәтте индерәбеҙ. Эшкәртеү процессы автоматлаштырылған, беҙгә тик күҙәтергә генә ҡала. Оператор булып эшләүемә ярты йыл, станоктар менән идара итеү оҡшай.

Михаил Конев, «Авиация технологиялары технопаркы» ғилми-етештереү ассоциацияһы операторы

Заманса техника микронға тиклем теүәл итеп материалды эшкәртә. Авиация технологиялары технопаркында самолет двигателдәре өсөн деталдәр генә түгел, материалдарҙы электр эрозияһы электр химияһы ярҙамында эшкәртеүгә станоктар ҙа етештерелә. Дәүләт кимәлендә авиация сәнәғәтендә импортты алмаштырыу буйынса мөһим бурыс үтәлә.

Уңышлы проекттарға килгәндә, һанлы программа тәьминәте булған ҡорамалдар етештерәбеҙ. Алдағы эшмәкәрлеккә ҡатмарлы бурыс ҡуйылған. Юғары теүәллеге булған күп күсәрле станок - супердрель эшләргә теләйбеҙ.

Вадим Насиров, «Авиация технологиялары технопаркы» ғилми-етештереү ассоциацияһы электр физикаһы технологиялары идаралығы етәксеһе

Импортты алмаштырыу бурыстары авиация сәнәғәте өсөн генә көнүҙәк түгел. Ғилми-етештереү Ассоциацияһы энергетика компаниялары менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Технопарк машиналар төҙөлөшө эшмәкәрлегенең барлыҡ төрҙәре өсөн дә техник ҡарарҙар тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнә. Киләсәктә производствола эшләйәсәк роботтар ҙа тап бында йыйыла. Әйткәндәй, уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса республиканың эшкәртеүсе производствоһы 108, 5 процент менән иң ҙур күрһәткескә сыҡты.

Әгәр быға тиклем иҡтисад драйверы булараҡ химия тармағы һаналһа, һуңғы йылдарҙа эшкәртеүсе производство алға сыҡты. Машиналар төҙөлөшө предприятиеларына килгәндә, «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе», «Ростех» компаниялар төркөмөн, Туймазы, Нефтекама, Ишембайҙағы компанияларҙы айырым билдәләп үтер инем

Олег Тыщенко, Башҡортостандың сәнәғәте, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары

Авиация технологиялары технопаркына килгәндә, уртаса республика күрһәткестәре менән сағыштырғанда үҫеш кимәле күпкә юғарыраҡ. Хеҙмәткәрҙәр штатының артыуы ла күҙәтелә.

Предприятиела 350 кеше эшләй. Яҡынса утыҙ процентҡа үҫеш күҙәтелә. Был, әлбиттә, заказ яһаусыларға күрһәтелгән эш күләмендә лә сағылыш тапты. Быйыл да алдыбыҙға ҙур бурыстар ҡуйылған. Яңы производство майҙансығы асырға йыйынабыҙ

Ирек Кандаров, «Авиация технологиялары технопаркы» ғилми-етештереү ассоциацияһы директоры

Технопаркта кадрҙар менән тәьминәт мәсьәләһенә айырыуса иғтибар бүленә. 2020 йылда 7-11 синыф уҡыусылары өсөн инженер класс ойошторолған. Проекттың тәүмаҡсаты үҫеп килгән быуын араһында инженер һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреп, практик белемдәрен арттыуға ҡайтып ҡала. Техник йүнәлештәге юғары уҡыу йорттарына үҙенә күрә әҙерлек тә.

Гөлназ Хәйбуллина