Башҡортостанда яңы ИнформУИК проекты булдырыла

17 февралдән 7 мартҡа тиклем участка һайлау комиссиялары ағзалары ғәҙәттәгесә һәр һайлаусыны адреслап алдағы ил Президенты һайлауы тураһында иҫкәртәсәк һәм тейешле мәғлүмәт менән уртаҡлашасаҡ. Әммә был юлы мобиль ҡушымта ярҙамында. Унда алдан беркетелгән сценарий буйынса һайлаусыларға һорауҙар индереләсәк.

Һайлаусыларға ҡайһы тауыш биреү ысулын һайлай - участкала йә иһә ҡушымта ярҙамындамы тигән һорау биреләсәк. Һайлау ваҡытын белеү-белмәүҙәре менән дә ҡыҙыҡһынасаҡбыҙ. Беҙҙең вәкилдәр махсус кейем, сумкалар һәм һайлау комиссияһы ағзаһы таныҡлығы менән йөрөйәсәк.

Марат Ғәҙелов, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары

Участка һайлау комиссияһы ағзаларының шәхесен үҙегеҙ йәшәгән ҡала һәм райондың территориаль һайлау комиссияһына шылтыратып та белергә мөмкин.Телефон һандары Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында күрһәтелгән. Ил президенты һайлауға әҙерлек штатлы режимда бара. 15 марттан алып 17-нә тиклем Башҡортостанда 3308 һайлау участкаһы эшләйәсәк.

Күреү мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә һайцлау участкалар ҡаралған, улар бишәү: Өфө, Бәләбәй һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында эшләйәсәк. Республикала һайлауға 69 территориаль һайлау комиссияһы әҙерлек алып бара. Әлег ваҡытта Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһы хеҙмәткәрҙәре төбәктәрҙә һайлауға бәйле төп мәсьәләләр буйынса уҡыуҙар үткәрә.

Азат Ғәлимханов, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе