Һуғыш балалары - тарих яралары. Хәйбулла районында йәшәүсе Роза Аҡҡусҡарова 85 йыллыҡ юбилейын билдәләп, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын иҫкә алды. Роза Ғәйзулла ҡыҙының бала-сағы һуғыш михнәттәре, аслыҡ йылдарына тура килгән.
Үҫмер сағынан уҡ ул һауынсы булып эшләй башлап, төрлө наградаларға лайыҡ була. Хаҡлы ялдағы ханым «Ударник пятилетки» билдәһе, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бөгөн дә ғорурлана. Роза Ғәйзулла ҡыҙы өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан мал, ҡош-ҡорт тота, хәрәкәттә-бәрәкәт девизы менән йәшәргә тырыша.