Ул Өфө күп профилле колледжы базаһыда урынлашҡан һәм роллер спорты буйныса махсуслашҡан. Был эшмәкәрлек «Хыял лигаһы» проекты сиктәрендә алып барыла. Ошо программаға ярашлы илдең төрлө төбәктәрендә һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән ололар һәм балалар спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп ителә. Йәғни физик күнекмәләр, спорт, уйындар аша реабилитация алып барыла.
Ойоштороусылар фекеренсә, махсуслашҡан майҙансыҡтарҙа шөғөлләнеү ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Бынан тыш ижади студияларҙа шөғөлләнеү ҙә ҡаралған. Комплекслы программа физик яҡтан да, психологик йәһәттән дә дауалауҙы маҡсат итеп ҡуя. Быйылдан проект өҫтәмә белем биреү үҙәктәре базаһында ойошторола. Өфөләге майҙансыҡ Өфө күп профилле колледжы базаһында туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге менән берлектә асылған. Әле бында роллер спорты менән шөғөлләнәләр, тәүге төркөм 16 баланан тупланған. Киләсәктә ҡаяға үрмәләү йүнәлешен үҙләштереү ниәте лә бар.
Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балларҙы спортҡа, ижадҡа йәлеп итеү проекттары түңәрәк өҫтәл артында барған һөйләшеүҙә лә тикшерелде. Фәнни, спорт, ижади түңәрәктәр был категорияға тормошҡа яраҡлашырға, үҙҙәренә бикләнеп ҡалмаҫҡа, тулы ҡанлы тормош алып барырға ярҙам итә. Республика дистанцион белем биреү үҙәге директоы Фәнил Нурыев әйтеүенсә, әле улар 6 йүнәлеште берләштергән күләмле проектты тормошҡа ашыра. Программа файҙалы һәм мауыҡтырғыс итеп төҙөлгән.