Орск ҡалаһында «Беҙ халыҡтар дуҫлығы менән көслө» тип исемләнгән концерт ҡуйылды

Милләттәштәребеҙҙең рухын күтәреп. Орск ҡалаһында «Беҙ халыҡтар дуҫлығы менән көслө» тип исемләнгән концерт ҡуйылды. Мәҙәни сараны Хәйбулла районының мәҙәниәт идаралығы Оло Әбеш ауылы үҙешмәкәр коллективтары менән берлектә ойошторҙо.

Нефтехимиктар мәҙәниәт һарайы фойеһында улар ҡунаҡтарҙы дәртле йыр-бейеүҙәр, милли аш-һыу менән ҡаршы алды. Шулай уҡ майҙанда биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләре күргәҙмәһе, хәрбиҙәргә блиндаж шәмдәре, маскировка селтәрҙәре эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарылды. Орскиҙа йәшәүсе башҡорттарҙың күбеһе Хәйбулла районынан, яҡташтары ойошторған концерттарға улар ихлас йөрөй.

«Беҙ халыҡтар дуҫлығы менән көслө» тип исемләнгән концерт ике сәғәт дауам итте. Үҙешмәкәр коллективтар башҡарыуында заманса һәм мәҙәни мираҫҡа әйләнгән йырҙар яңғыраны. Тамашасылар һәр музыкаль сығышты көслө алҡыштар менән ҡаршы алды. «Ҡәҙриә» һәүәҫкәр клубы оҫталарының милли кейемдәре дефилеһы кисәнең сағыу биҙәгенә әйләнде. Әйткәндәй, мәҙәни сара «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә үтте. Оло Әбештәрҙең мәҙәниәткә, сәнғәткә оло һөйөүен концерттың юғары кимәлдә уҙғарылыуы ла дәлилләй.