Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтә

Китапхана хеҙмәткәрҙәре мәктәп уҡыусыларын туҡыу сәнғәте, боронғо кәсеп үҙенсәлектәре менән таныштырып, станокта эшләргә өйрәтә, милли ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар тураһында һөйләй. Фәйрүзә Арыҫланғәлина үҫеп килгән быуында ҡыҙыҡһыныу ҙур булыуын билдәләй. Буй балаҫ һуғыуҙы үҙе лә яңыраҡ ҡына үҙләштергән. Күргәҙмәгә ҡуйылған намаҙлыҡ, япма, балаҫтар - оҫта ҡулдары һалған тырышлыҡ һөҙөмтәһе.