Радий Хәбиров Белоруссияла Башҡортостанда сығарыласаҡ техника өлгөләре менән танышты

Амкодор компанияһы заводы Өфөлә төҙөлә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, завод быйыл уҡ сафҡа индереләсәк һәм Башҡортостандың машиналар эшләү өлкәһендә ҙур алға китеш буласаҡ.

Автогрейдер, бульдозер, экскаваторҙар. «Амкодор» заводы сығарған махсус техника Башҡортостанда ла етештерелә башлаясаҡ. «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә төҙөләсәк заводты быйыл уҡ сафҡа индереү күҙаллана. Йылына бында мең берәмек техника йыйыу мөмкинлеге буласаҡ.

«Амкодор Алға» иң заманса завод буласаҡ һәм унда бер мең кешегә эш урындары барлыҡҡа килә. Йәлеп ителгән инвестициялар күләме 8 миллиард һумға яҡын. Радий Хәбиров әйтенеүенсә , беҙҙә бығаса был тиклем ҡатмарлы изделиелар етештерелгәне юҡ

«Амкодор Алға» заводы ике ара хеҙмәттәшлектең сағыу өлгөһө. Белоруссия беҙҙең өсөн төп эшлекле партнер һәм уртаҡ проекттар тағы ла күберәк буласаҡ тине республика башлығы «Башҡортотстан-Белоруссия» халыҡ-ара бизнес форумының пленар ултырышында. Радий Хәбиров ике яҡтың инвестицияларын интеграциялау, предприятиелар, сәнәғәтте кооперациялау буйынса яңы кимәлгә сығыу мөһимлеген белдерҙе.

Эшлекле сәфәр барышындағы бар ҡарарҙар ҙа юл картаһына индерелә. Быға тиклемге килешелгән ниәттәр йөҙ пункттан тора. Шуларҙың 40 проценты әле үтәлгән дә инде.

Ике яҡтың даими ойошторолған эшлекле сәфәре ошоға асыҡ дәлил. Сөнки тап дәүләт органдары бизнес өсөн ишектәр аса. Был юлы ла Белоруссия-Башҡортостан халыҡ-ара бизнес форумында төрлө өлкәләрҙә эшләүсе эшҡыуарҙар, предприятиелар ҡатнашты.

Форумдың иң тәмле өлөшө иһә Минск ратушаһында үтте. Асыҡ һауала «Ҡунаҡсыл Башҡортостан «тип исемләнгән гастрофестиваль ойошторолдо. Бында Беларусь халҡы Башҡорт аш-һыуҙарын тәмләп ҡараны, мәҙәниәте менән танышты. Байрамға шулай уҡ «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы буйынса Белоруссияла ял итеүсе өлкән йәштәге яҡташтарыбыҙ ҙа саҡырылғайны.

Әлегәсә был программаға ярашлы 1600 кеше сит илдә ял иткән. Киләсәктә улар һаны артасаҡ ҡына. Радий Хәбиров әйтеүенсә, әле Өфө менән Минск араһында тура рейс аҙнаһына бер тапҡыр ойошторолған. Киләсәктә самолет Белоруссияға аҙнаһына ике, өс тапҡыр осасаҡ.

Айнур Кәбиров