Өфөлә быйыл былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, ҡар күберәк яуған

Баш ҡалала быйыл былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, ҡар күберәк яуған. Коммуналь хеҙмәттәр көсөргәнешле режимда эшләһә лә, бөтә ҡарҙы таҙартып өлгөрмәй. Был йәһәттән тағы ла ниндәй саралар күрелә? БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина һөйләр.

Буран, юлдарҙа көрт, боҙлауыҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан Өфөлә йәшәүселәргә көн һайын тиерлек ошондай хәбәрҙәр килә. Коммуналь хеҙмәттәр көсөргәнешле режимда эшләй, әммә ҡар туҡтауһыҙ яуғанда көрттәрҙе тулыһынса таҙартыу мөмкин түгел. Ҡар менән көрәштә өҫтәмә саралар күрелә.

Өфөлә тығындар барлыҡҡа килмәһен өсөн, ҡалаға йөк машиналарын индермәҫкә ҡарар ителде. Ҡала таулы урында урынлашҡанлыҡтан, ҙур транспорт бейек урындарҙа менә алмай. Тығындар ҡар таҙартыуға, әлбиттә, ҡамасаулай.

Рөстәм Хәмитов, Өфө ҡала хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе

Транспорт хәрәкәте ҡала эсендә генә түгел, федераль, төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙа ла сикләнгәнгәйне. Әле юлдар асылды, тик тығындар кәмемәй. Ихаталарҙы ла көрт баҫты. Бында төп көс техникаға түгел, ә коммуналь хеҙмәттәр иңенә төшә. Урам таҙартыусылар эше таңғы 6-нан уҡ башлана.

Ә бына был ихатала ҡар таҙартылмауына йортта йәшәүселәр үҙҙәре ғәйепле. Иҫкәртеүҙәр булһа ла, автоһәүҫкәрҙәр машиналарын ситкә алып ҡуймай. Эшкә һауа торошо ла ҡамасаулай. Һуңғы ике аҙнала ғына епшекләнгән ҡар яңынан туңды.

Ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыу яуаплы ведомстволар яуаплылығында. Торлаҡ һорауҙары буйынса дәүләт комитеты көн һайын рейдтарға сығып, ялыуҙар төшкән майҙандарҙы тикшерә. Башта идарасы компаниялар иҫкәртеү ала, ялыуҙар ҡабатланған саҡта, административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.

Ихатала ҡар таҙартыу талап ителһә, идарасы компанияға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бынан тыш, баш ҡала хакимиәте сайтындағы «Ҡарлы Өфө» интерактив картаһында билдә ҡалдырырға мөмкин. Тик ялыуҙар яҙғансы, ҡулға көрәк алып көрттө таҙартырға ярҙам итеүҙе береһе лә тыймай.

Рәзилә Ғиниәтуллина