9 ҡатлы заманса бинала төҙөлөш эштәре 90 процентҡа теүәлләнгән. Май айында объектты медицина ҡоролмалары менән йыһазландырыу, биҙәү көтөлә. Кардиология үҙәгенең яңы корпусында 320 пациентты хеҙмәтләндереү мөмкин буласаҡ. Бында диагностика, операция блогы, балалар һәм өлкәндәр бүлектәре эшләп торасаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Кардиология үҙәгенең хирургия корпусында төҙөлөш эштәре тынмай. Эшселәр инженер селтәрҙәрен үткәрә, гүзәл заттар стеналарҙы буяй. Дүртенсе йыл дауам иткән күләмле төҙөлөш тамамланыу алдында - яңы корпус 90 процентҡа әҙер.
9 ҡатлы бинала операция, реанимация блоктары, интенсив терапия һәм диагностика бүлеге, поликлиника заман талаптары буйынса төҙөлә. Май айында объектты медицина ҡоролмалары менән йыһазландырыу, биҙәү эштәре ҡаралған. Төҙөүселәр әйтеүенсә, медицина объекты менән эшләү үҙенсәлектәре байтаҡ.
Хирургия корпусын заманса талаптар буйынса тәртипкә килтереү өсөн 6 млрд һум аҡса йәлеп ителгән. Яңы объект һаулыҡ һаҡлау милли проекты сиктәрендә сафҡа индерелә.
Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары илдә киң таралған үлем осраҡтары исемлегендә. Башҡортостанда сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлау, оператив һәм дөрөҫ дауалау өсөн күп яҡлы эш башҡарыла. Кардиология үҙәгенең хирургия корпусы пациенттарҙың ғүмерен һаҡлап, йәшәү сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк көтөп алынған объекттарҙың береһе.
Флорида Ким