Стәрлетамаҡта халыҡтың бөтә йәш категориялары өсөн «Финанс тураһында диалогтар» ойошторолдо

Башҡортостанда финанс грамоталылығы буйынса саралар уңышлы тормошҡа ашырыла. Стәрлетамаҡта халыҡтың бөтә йәш категориялары өсөн «Финанс тураһында диалогтар» ойошторолдо.

Төрлө аудиторияларҙа уҡыусылар, студенттар, хеҙмәт коллективтары, пенсионерҙар, педагогтар, эшҡыуарҙар, шул иҫәптән үҙмәшғүл граждандар өсөн бушлай лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, методик семинарҙар үтте. «Финанс тураһында диалогтар» проекты тураһында тулыраҡ киләһе яҙмала .

«Финанс тураһында диалогтар» Стәрлетамаҡ ҡалаһының иллегә яҡын майҙанында үтте. Уларҙың береһе төҙөлөш өлкәһендә эшләүселәр өсөн ойошторолдо. Үҙәк банк вәкилдәре, республика финанс үҙәге эксперттары аҡсаны дөрөҫ ҡулланыу мәсьәләләре, экскроу-иҫәптәр асыу тәртибе, кредит йөкләмәләрен еңеп сығыу, мутлашыусыларҙан һаҡланыу юлдары хаҡында әңгәмәләр ҡорҙо.

Ҡала халҡының финас белемен арттырыу сессияһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы хәкимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов ҡатнашты. Стәрлетамаҡ «Финанс хаҡында диалогтар» ойоштороусы етенсе ҡала. Мөһим социаль проект халыҡты финанс менән идара итеү өлкәһендә белемлерәк итергә һәм үҙҙәрен ышаныслыраҡ тойорға булышлыҡ итер тип күҙаллана.

«Финанс тураһында диалогтар»ға 4 мең ярымдан ашыу кеше йәлеп ителде. Эксперттар инвестицияларҙы дөрөҫ итеп йәлеп итеү, финанс хәүефһеҙлеге, киберуғрыларҙан алданмау тураһында һөйләп үттен. .Төҙөлөш ойшмалары йыйылған майҙансыҡта эшҡыуарҙар экскроу-иҫәптәр, банктарҙың ставкаларын кәметеү,ҡыҫҡа һәм оҙайлы мөҙҙәтле кредиттар алыу мәсьәләләренә яуап, төҙөлөш өлкәһен үҫереү мөмкинлектәре хаҡында тулы мәғлүмәт алды.

Рөстәм Ғәзизов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы

Ҡаланың үҙәк китапханаһында өлкән быуын вәкилдәренә лекциялар ойошторолдо. Ҡырҡтан ашыу ветеран ойошмалары етәкселәренә финанс грамоталылығы хаҡында әңгәмәләр бик мөһим. Йыш ҡына хаҡлы ялдағылар телефон аша мутлашыусылар тоҙағына эләгә. Кибермутлашыусылар тарафынан алданған ун кешенең алтыһы өлкән йәштәгеләр.

Башҡортостанда финанс грамоталылығы буйынса саралар бөтә йәш категорияларын үҙ эсенә ала. Был өлкәлә тупланған белем халыҡты төрлө ҡыйынлыҡтарҙан аралай.

Стәрлетамаҡта ойоштороған республика мәғрифәт проектында ҡатнашыусылар финанс хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында бай мәғлүмәт тупланы. Был белемде улар финансҡа бәйле төрлө мәсьәләләрҙе хәл иткәндә ҡулланасаҡ.

Былтыр финанс белемен арттырыу буйынса әңгәмәләр республиканың 6 муниципалитетында: Белорет, Бөрө, Благовещен, Бәләбәй, Нефтекама, Салауат ҡалаларында үткәрелгән. Уларҙа 11 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Быйыл да финанс белемен арттырыу буйынса күсмә саралар дауам итәсәк.

Гүзәл Борханова