Былтыр республикала 1 миллон 500 меңдән ашыу кеше диспансеризация үткән

Былтыр республикала 1 миллон 500 меңдән ашыу кеше диспансеризация һәм профилактик тикшереү үткән. Уның һөҙөмтәләре буйынса, 300 мең кешелә тәүгә төрлө ауырыуҙар асыҡланған. Төбәктә быйыл да медицина тикшереүе дауам итә, диспансеризацияны йәшәү урыны буйынса поликлиникала бушлай үтергә мөмкин. Уның тәртибе тураһында тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова репортажында.

Диспансер тикшереүенә киләгн пациент беренсе этапта терапевтта тикшереү үтә, анкета һорауҙарына яуап бирә. Табип мөрәжәғәт итеүсенең һаулыҡ төркөмөн билдәләй. Шулай уҡ 40 йәштән оло пациенттарға яман шеште асыҡлау, ашҡаҙан, эсәк торошон тикшереү өсөн скрининг тәғәйенләнә.

Йыл башынан ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһына ҡараған ике поликлиника бүлектәрендә 6 меңдән ашыу кеше диспансеризация һәм профилактик тикшереү үткән. Коронавирус менән сирле пациенттар өсөн ентекле тикшереү ҡаралған.

Рәсәйҙә диспансер тикшереүе «Сәләмәтлек» милли проекты буйынса бушлай үткәрелә. Ул торошон тикшереү, хәүеф факторҙарын билдәләү, төрлө сирҙәрҙең үҫешен иртә асыҡлау һәм һәм дауалауҙы маҡсат итеп ҡуйған.

Лилиә Мәҡсүтова