Өфөлә ихаталар һәм ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартыуға бәйле 568 етешһеҙлек асыҡланған

Февралдең тәүге аҙнаһында дәүләт инспекцияһы 1 мең 200-ҙән ашыу ихатаны тикшергән. Инспекция уҙғарыу алдынан халыҡ мөрәжәғәттәре иҫәпкә алынған. Етешһеҙлектәр тураһында идарасы компанияларға, район хакимиәттәренә хәбәр ителгән.