Башҡортотстан үҙ сиратында Минск предприятиеларына йәмәғәт транспорты өсөн комплект частәр оҙатасаҡ. Бөгөн хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары-сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев «Белкоммунмаш» заводында электр транспорты йыйыу барышы һәм ике яҡ араһында кооперация мөмкинлектәре менән танышты.
Троллейбус, электробус, дуобус һәм трамвайҙар. Завод йәмәғәт транспортын тулы циклда йыя. Ситтән килтерелгән деталдәр юҡ кимәлдә. Шулай ҙа Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итергә әҙерҙәр.
Белкоммунмаш инженерҙары ябай электр транспортын юғары технологиялы, заманса һәм иң мөһиме экологик йәһәттән хәүефһеҙ ҡала техникаһына әйләндереүгә өлгәшкән. Башҡортостан вәкилдәре етештереү линияларын ҡарап тәжрибә уртаҡлашты һәм Өфө трамвайҙарын да Беларусь предприятиеһы ярҙамында модернищациялау теләген белдерҙе.
Бында етештерелгән техниканы 15 илдең йөҙгә яҡын ҡалаһында күрергә мөмкин. Тиҙҙән уларҙың Өфөлә лә Барлыҡҡа килеүе ихтимал. Әлбиттә өлөшләтә Башҡорооистанда етештерелгән деталдәр менән йыйылғандары.
Айнур Кәбиров