Мәсетле районынан Кудрявцевтар ғаиләһенә ярҙам кәрәк

Улар янғында йортон, машинаһын һәм бөтә документтарын юғалтҡан. Бынан тыш, ҡыҙыл әтәс ДЦП менән яфаланған баланың инвалид креслоһын һәм махсус карауатын юҡ иткән. Ентекләберәк киләһе яҙмала.

Күптән түгел Кудрявцевтар ғаиләһе улдары Артемдың 19 йәшен билдәләй, унан һуң оло өмөттәр бағлап Яңы йылды ҡаршылай. Ләкин ғаиләгә фажиғә кисерергә тура килә. 22 ғинуар Кудрявцевтарҙың өйөндә янғын сығып, бар мөлкәттәре көл күмергә әйләнә.

Күмергә әйләнгән мебель араһында ДЦП менән сирләүсе Артемдың махсус карауаты һәм коляскаларын айырып була. Егеттең үҙен төтөн араһынан ҡотҡарып сығарыуҙы ата-әсә мөғжизәгә тиңләй.

Әле улар ваҡытлыса туғандарының йортонда йәшәй. Әммә бында ишек уйымдары тар, бынан тыш, Кудрявцевтар улдарына тәгәрмәсле карауат йәки инвалид коляскаһын әле генә һатып алырлыҡ хәлдә түгел. Үҙаллы йөрөй алмаған Артем көнө буйы карауатта ятырға мәжбүр. Берҙән-бер шөғөл - башҡаларҙың тышта йөрөүен интернет аша күҙәтеү.

Балаларҙың яңынан мөғжизәгә ышана башлауҙарына йыш ҡына беҙҙең телевизор ҡараусылар ярҙамға килә. Бынан бер нисә йыл БСТ телеканалы Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе бәләкәй Анитаға иғәнәләр йыйыуҙа ярҙам ойошторғайны. Яман шеш диагнозы ҡуйылған ҡыҙҙың ғаиләһе ауыр саҡта яңғыҙ ҡалмай, балаға тейешле сумманы йыйып, операция яһарға мәрхәмәтле кешеләр ярҙам итте. Әле Анита тулы ҡанлы тормош менән йәшәй.

Янған ҡорамалдар 400 мең һумдан ашыу торған. Креслоларҙың береһе өсөн Кудрявцевтар әле лә кредит түләй. Үҙенсәлекле бала тәрбиәләүсе ғаиләгә һәр кем ярҙам итә ала. Төп маҡсат - Артемды саф һауаға сығарып йөрөтөр өсөн коляска һатып алыу. Иғәнәләрҙе +7 909 346-35-71 телефон һандары аша ебәрергә мөмкин. Номер Һаҡлыҡ банкына бәйләнгән. Янғындан зыян күреүсе ғаилә мәрхәмәтле кешеләрҙән ярҙам һорай.

Әлфинә Килдейәрова