Быуа дәүләт драма театры артистары гастролдәр менән Башҡортостанда

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә актерҙар 3 спектакль менән сығыш яһай, тамаша рус һәм татар телдәрендә барасаҡ. 11 февраль 18 сәғәттә Татарстандың халыҡ артисы Раил Саҙрыевтың «Дәрүиш» моноспектакле ҡуйыла. Уның жанры - тамашасы менән һөйләшеү. Был спектакль «Алтын битлек» фестивалендә номинацияланған. Шулай уҡ Быуа драма театры артистары өс хәрби осоусы тураһында музыкаль комедия, башҡорт драматургы Сөләймән Латиповтың «Ҡоҙалар-Ҡоҙасалар» комедияһын да алып килгән. Артабан ижади колдлектив Учалы ҡалаһына юлланасаҡ.