Ике телдә барған «Прасковья» тип исемләнгән тамаша республика бәйгеһендә беренсе урынға лайыҡ булған. Инклюзив театры тиҫтәнән ашыу «үҙенсәлекле» артистарҙы берләштерә. Спектаклде БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина барып күрҙе.
Сәхнәлә һәүәҫкәр йырсы тип әйтмәҫһең дә. 15 йәшлек Милананың сыңлап торған сағыу тауышы тамашасылар йөрәгенә үтеп инде, хатта иларға мәжбүр итте. Үҫмерҙең күҙе күрмәһә лә, тәбиғәт йыр-моңға һәләт биргән. Ошондай талантлы йәштәр театрҙа күп.
Театр 2019 йылда ойошторолған. Ошо ваҡытта һәүәҫкәр артистар бер нисә спектакль сәхнәләштереп, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында сығыш яһап өлгөрә. Артистар араһында балалар ҙа, оло йәштәгеләр ҙә бар. Мөмкинлектәре сикләнгән малай-ҡыҙҙар менән бергә уларҙың ата-әсәләре лә сәхнәгә сыға.
Өфө тамашасыһына үҙенсәлекле артистар «Прасковья» спектаклен тәҡдим итте. Тамаша ике телдә барҙы. Спектакль «Рәсәй исемдәре» конкурсында юғары баһаланып, беренсе урынға лайыҡ булған.
Театрҙағы һәр артист һәләтле. Берәүҙәр йырҙар яҙһа, икенселәре мәҙәк уйлап таба. Бейеүҙә лә һынатмай. Инклюзив театры үҙенсәлекле, сөнки бында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр үҙ һәләтен күрһәтә ала. Ә уларҙың таланты сикһеҙ.
Рәзилә Ғиниәтуллина