Хәйбулла районында саңғы ярыштары үтте

Саңғысылар Аҡъяр ауылына йыйылды. Йыл һайын төбәктә район хакимиәте башлығы бүләгенә саңғы ярыштары үткәрелеп килә. Үткән йыл саңғысылар Әбүбәкер ауылында осрашһа, был юлы Аҡъяр ауылының Таналыҡ йылғаһы буйы - ярышты үткәреү майҙансығына әйләнде. Саңғы ярышына район һәм Сибайҙың, Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаларынан спортсылар килде.

Таналыҡ йылғаһы буйында 100-ҙән ашыу саңғысы йыйылды. Улар 10-ға яҡын йәш төркөмөндә ярышты. Быйыл тәүгә ойошма-предприятиелар етәкселәре, директорҙары, бүлек етәкселәре араһында айырым ярыш үткәрелде. Хәйбулла район электр селтәрҙәрендә инженер булып эшләгән Альберт Сайпанов ошо спорт төрөнә һөйөүен хеҙмәттәштәре араһында ла, балаларында ла үҫтерергә тырыша.

Аҡъяр ауылында йәшәүсе Рәхмәтовтар ғаиләһе ҡыҙҙарын һәм улдарын бәләкәй саҡтан спорт менән дуҫ булырға, сәләмәт тормош алып барырға өйрәтә. Ата-әсәләренән күреп үҫкән балалар хәҙер уңыштары менән ҡыуандыра.

Йылдан-йыл саңғы ярышында ҡатнашырға теләүселәр һаны арта бара. Был спорт төрөнөң популярлаша барыуын һәм район халҡының үҙ сәләмәтлегенә иғтибарын арттырыуын күрһәтә. Бигерәк тә өлкән быуын вәкилдәре саңғы ярышында теләп ҡатнаша.

Саңғы ярышы бик сәмле барҙы. Яңы ғына яуған ҡар, саф һауа - ҡатнашыусылар ярыштан күтәренке кәйеф, көс-дәрт алып таралышты.

Рәмилә Исмәғилева