Был аҙнала Башҡортостан делегацияһы Белоруссияға рәсми эш сәфәре менән барҙы

Өс көнгә иҫәпләнгән программа илдең машиналар эшләү өлкәһе, аҙыҡ-түлек тармағы менән хеҙмәттәшлекте нығытыу, бизнес даирәләрен киңәйтеүгә ҡоролған. Ошо маҡсатта ике республика араһында Халыҡ-ара бизнес форум үтте. Унда ике яҡтан меңгә яҡын эшҡыуарлыҡ өлкәһе вәкилдәре ҡатнашты. Белоруссия Башҡортостан өсөн төп эшлекле партнер. Был сәфәрҙән дә республика етәкселеге яңы хеҙмәттәшлек һәм инвестициялар интеграцияһына нигеҙ һалырға иҫәп тота.