Телевидение фондындағы тапшырыуҙар тере тарих һаҡлай. Ул Башҡортостандың тотошлай йылъяҙмаһын күҙ алдына баҫтыра. Был материалдарҙың, ә улар 40 меңдән ашыу, барыһы ла һанлы форматҡа күсерелгән.
Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов алып барған тапшырыуҙарҙы миҫалға килтереү ҙә етә. Юғары профессиональ оҫталығы ярҙамында ул дүрт тиҫтә йылдан ашыу башҡорт халыҡ ижадын йыйыу һәм пропагандалау менән эҙмә-эҙлекле шөғөлләнә. Бөгөн хеҙмәттәшебеҙ һалған нигеҙ яңы сыҡҡан проекттарҙа ла уңышлы файҙаланыла.
Халыҡ ижадын халыҡҡа еткереү эше киң масштабҡа ҡоролған тигән һүҙ. Ғөмүмән, был өлкәгә тиҙҙән яңылыҡ булып инерҙәй тағы бер мөһим ваҡиғалар көтөлә. Почет Билдәһе орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклористика бүлеге фәнни экспедиция материалдарын һанлы форматҡа күсереү эшенә тотондо.
Әлбиттә, эш еңелдән түгел. Сөнки, үҙ заманында йыйылған фольклор материалдар дөрөҫ һаҡланмауҙан бигерәк, бөгөн һанлы форматҡа күсереүҙә мөмкинлектәр сикле. Шуға ла белгестәр төрлө ысулдарҙы файҙаланырға тырыша.
Ғилми хеҙмәткәр өҫтәлендә 60-сы йылдарҙағы фольклор экспедицияһы материалдары. Ул ваҡытта информанттар башлыса винил пластинкаларға яҙҙырылыр булған. Бөгөн уларҙы компьютерға күсереү өсөн ҡоролмалар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Эҙләһәң, табырға була. Әммә, компьютерға тоташтырыуҙа ла үҙ яйһыҙлығы бар.
Шуға ла ҡул аҫтында әҙер материал булғанда, уларҙы һанлы форматҡа күсереп ҡалыу мөһим. Сөнки, уҙған быуаттың 20-се йылдарында киң файҙаланылған балауыҙ валиктар бөгөн тик музей экспонаты. Уларҙы тыңлайым тиһәң дә шарттар юҡ.
Аудиофондтың тәүге яҙмалары заманында күсереп алына һәм ентекле өйрәнелгән. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында улар 300 дананан ашыу. Күпселек материалдар Санкт-Петербург ҡалаһындағы Рус әҙәбиәт институты, йәғни халыҡ араһында тәү исеме аша танып белгән Пушкин йортонда һаҡлана. Балауыҙ валиктарҙы артабан, пластинкалар алмаштыра.
Унан һуң, магнитлы кассета, йә иһә катушкаларға яңыртыла. Күләмле фольклор экспедициялар уҙған быуаттың 60-сы йылдарына тура килә. Ул заманында эш күренекле яҙыусы-ғалим Кирәй Мәргән тарафынан тормошҡа ашырылған.
Һәр экспедициянан фольклорсылар күләмле хеҙмәттәр менән ҡайта.
Йылдар үтеү менән информанттарҙың кәмеүендә лә күрәбеҙ. Халыҡ ижадына ҡарата иғтибар ҙа, ҡыҙғанысҡа, юғалыу сигендә, ти белгестәр. Шуға ла бөгөн эште йәнләндереү шарт. Ә бит халыҡ гәүһәрҙәрендә ғаиләлә рух һәм телһөйәрлеккә лә төплө нигеҙ һалына. Күренекле фольклорсы-ғалим Әхмәт Сөләймәновтың ғаиләһен миҫалға алайыҡ.
Шуға ла халыҡ фольклорының телдән телгә күсәгилешлегенән, бөгөн һанлаштырыу көнүҙәк. Йә иһә заман талабы ла. Паспортлаштырыу ҙа, шулай уҡ белгестәр тарафынан көнүҙәк ҡала.
Был эш, бигерәк тә, глобалләшеү сәйәсәте осоронда һәр милләт үҙенә хас ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалырға тырыша. Аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыумаһын өсөн, патент юллау ғалимдарҙың фәнни эштәренә нигеҙләнеп башҡарыла. Миҫалды ла оҙаҡ эҙләргә кәрәкмәй. 2018 йылда ҡурай Башҡортостан бренды булараҡ теркәлеүе бик күп мәсьәләләргә нөктә ҡуйҙы.
Ғөмүмән, башҡорт халыҡ ижады башҡа милләттәрҙән ифрат бай мираҫ һаҡлауы менән үҙенсәлекле. Әле өйрәнелмәгән, башҡорттоҡо, тип билдәләнгән архив материалдар ҙа етерлек. Улар республикала ғына түгел, Рәсәй, сит ил музей фондтарында ла һаҡлана. Тик был өлкәне өйрәнгән белгес кенә булһын.
Тимәк, яңылыҡ яҡын арала киң тамашасыға сығарыласаҡ. Уның тотош йәмәғәтселекте хайран итеренә шик юҡ, ти институт ғалимдары. Сөнки, йөҙҙәрсә саҡрымдарға һуҙылған яҙмалар аҫаба халыҡтың шанлы тарихын бәйән итә. Ә яңылыҡ бар ҙа ҡыҙыҡһыныусыһы ла табыласаҡ. «Хазина» этно-проекты, мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа һирәк башҡарылған, хатта ки онотолған башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуы менән халыҡ һөйөүен яулай бара. Әле башҡарылған Силәбе башҡорттарына хас йыр кеүек.
Әлбиттә, быға тиклем Республика халыҡ ижады үҙәгендә патентланған йөҙҙәрсә башҡорт йырҙары кеүек үк, сираттағы матди булмаған байлыҡ та рәсмилләштерелер тип көтөлә.
Бөгөн халыҡ йырҙары паспортлана икән, тимәк, ерле халыҡтың тарихы тағы ла ныҡлы тамырлана, тигән һүҙ.
Азат Ғәлиуллин