Ултырышта төбәктә милләт-ара татыулыҡ, берҙәмлек идеяларын һаҡлау, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиләү, республика үҫеше өсөн яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ барҙы. Уҙған йылда «Башҡортостан рустары соборы» 25 йыллығын билдәләне. Соборҙың иң мөһим эш йүнәлештәренең береһе - рус мәҙәниәтен һаҡлау һәм таратыу. Собор Башҡортостанда йәшәүсе бөтә милләт вәкилдәре менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.
Соборҙың республика буйынса 70 бүлексәһе әүҙем эш алып бара. Былтыр ғына «Башҡортостан рустары соборы» тарафынан меңдән ашыу тарихи- мәҙәни сара ойошторолған. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам эшенән дә ситтә ҡалмай. Бер нисә ай эсендә собор ағзалары бер километр маскировкалау селтәре үреп яугирҙарға оҙатҡан. Республика башлығы Радий Хәбиров рустар соборы ағзаларына үҙ-ара берҙәмлекте һәм милләт-ара татыулыҡты тәьмин итеүгә үҙ өлөшөн индергәне өсөн рәхмәт белдерҙе.