Баш ҡалала йәнә үҙенсәлекле операция башҡарылды

Яһалма интеллектҡа ҡоролған әмәлиәт. Башҡорт дәүләт медицина университеты кликинаһының роботлаштырылған хирургия үҙәгендә йәнә үҙенсәлекле операция башҡарылды. Был юлы ул оҫталыҡ дәресе рәүешендә тура эфирҙа алып барылды. Эш барышы менән танышҡан ординаторҙар, дәрес һуңында белгестәргә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Заманса технологиялар менән йыһазландырылған Өфөләге үҙәк Волга буйы федераль округында берҙән-бере. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Әмәлиәт өҫтәлендә алтмышты уҙған ҡатын. Һуңғы йылдарҙа тубыҡ ауыртыуынан яфаланған пациент бөгөндән яңыса тормош башларға иҫәп тота. Операция алдан уҡ билдәләнгән план буйынса башҡарылды. Эште робот эшләйәсәге лә килешелгән.

Ортопедия өлкәһендә лә роботлаштырылған хирургияны индерергә уйлайбыҙ. Бөгөн ул урология, онкология, ҡан тамырҙары хирургияһында уңышлы файҙаланыла. Беҙ көн һайын тиерлек, һәр пациент менән шәхсән эш алып барабыҙ.

Валентин Павлов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры

Әгәр ҙә быға тиклем робот эште стандартлаштырһа, бөгөн киреһенсә, һәр пациентты айырым дауалауға ҡоролған. Бөгөн дә тубыҡҡа башҡарылған әмәлиәт ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә атҡарылды. Бығаса хирургтарҙан титан ҡуйыр өсөн һөйәкте ватыу күп ваҡыт талап итһә, бөгөн был процедура лазер ярҙамында башҡарылды.

Әмәлиәт барышын ординаторҙар тура эфирҙан күҙәтте. Оҫталыҡ дәресе һуңында улар операция яһаусы табиптарҙан ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап та алды. Роботлаштырылған хирургия үҙәгендә сираттағы әмәлиәттә йәштәр үҙҙәре лә ҡатнашасаҡ.

Азат Ғәлиуллин